Милли проекттар
17 Август 2021, 06:35

Улар өсөн һанлы трансформация башлана

"Башинформсвязь" акционерҙар йәмғиәте менән “Лексема” йәмғиәте һәм “Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү” белем ойошмалары ассоциацияһы төбәктең сәнәғәт предприятиеларын һанлы трансформациялау буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы. 

Улар өсөн һанлы трансформация башланаУлар өсөн һанлы трансформация башлана
Улар өсөн һанлы трансформация башлана

"Башинформсвязь" акционерҙар йәмғиәте менән “Лексема” йәмғиәте һәм “Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү” белем ойошмалары ассоциацияһы төбәктең сәнәғәт предприятиеларын һанлы трансформациялау буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указдары тарафынан раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

 

Башҡортостан дәүләт идараһының һанлы үҫеш министрлығы ярҙамында ике яҡ та Өфөлә проект офисы асасаҡ.

 

Килешеүгә ҡул ҡуйған яҡтар берлектәге эштең эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә һәм заказсылар даирәһен киңәйтеүҙә ҙур мөмкинлектәр булдырасағына ышаныс белдерҙе. Поект офисы төбәк компанияларына һанлы трансформацияны уңышлы үтергә һәм технологик яҡтан юғарыраҡ кимәлгә күтәрелергә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ ғилми йәмғиәт менән берләшеү ҙә эштең һөҙөмтәлелеген арттырыр тип өмөт итәләр.

 

Фото: БР Дәүләт идараһының Һанлы үҫеш министрлығы сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас