Милли проекттар
17 Август 2021, 05:30

Яңы автобус - яңы мөмкинлектәр

“Газель” автобусы ГЛОНАСС спутник навигацияһы, тахограф менән йыһазландырылған, иң мөһиме, бөтә хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә.

Яңы автобус - яңы мөмкинлектәрЯңы автобус - яңы мөмкинлектәр
Яңы автобус - яңы мөмкинлектәр

“Мәғариф” милли проектына ярашлы, Ғафури районының Красноусол ауылындағы 3-сө  дөйөм белем биреү мәктәбенең автотранспорт паркы яңы автобус менән тулыланды.

 

“Газель” автобусы ГЛОНАСС спутник навигацияһы, тахограф  менән йыһазландырылған, иң мөһиме, бөтә хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ҙур бүләккә шат.

– Беҙҙең мәктәп өсөн был мөһим ваҡиға. Яңы автобус  юлдарҙа хәүефһеҙ хәрәкәт итеү тигәнде генә аңлатмай, ул мәктәп транспортында уҡыусыларҙы олимпиадаларға, конкурс һәм ярыштарға йөрөтөү өсөн ҙур мөмкинлек тә,- ти билдәләне мәктәп директоры Андрей Рудкевич.

 

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы,  “Мәғариф” милли проектына ҙур бурыстар йөкмәтелгән. Дөйөм һәм урта белем алыу кимәлендә яңы белем технологияларын индереү, уҡыусыларҙың белем алыу  процесына һәм һөнәр алыуға мотивацияһын күтәреү, ”Технология” өлкәһендә уҡытыу ысулдарын камиллаштырыу, профессиональ йүнәлеш биреү мөһим. 2024 йылға заманса һәм хәүефһеҙ белем алыу мөхитен булдырыу бурысы ҡуйылған,  профессиональ һәм карьера үҫеше өсөн мөмкинлектәр биргән профессиональ конкурстар системаһын  яҡшыртыу ҡаралған.  

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ:https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/137252

Фото: Ғафури районы хакимиәте. 

Яңы автобус - яңы мөмкинлектәр
Яңы автобус - яңы мөмкинлектәр
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас