Милли проекттар
18 Август 2021, 08:20

"Был йүнәлеш буйынса эште киң йәйелдерергә йыйынабыҙ"

Ҡариҙелдә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға Үҙәк район модулле китапханаһы тарафынан махсус экскурсия ойошторолдо.

"Был йүнәлеш буйынса эште киң йәйелдерергә йыйынабыҙ""Был йүнәлеш буйынса эште киң йәйелдерергә йыйынабыҙ"
"Был йүнәлеш буйынса эште киң йәйелдерергә йыйынабыҙ"

Ҡариҙелдә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға Үҙәк район модулле китапханаһы тарафынан махсус экскурсия ойошторолдо.

 

Сара Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үтте. Экскурсиялар мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәргә үҫеш өсөн ярҙам итә, тере аралашыу ыңғай хис-тойғолар тыуҙыра.

Балалар “Экспериментаниум” музейында һәм уйын зонаһында булдылар. Интерактив диуар, иҙән, плазма шары, сағыу, төрлө төҫтәге китаптар – быларҙың барыһы ла кескәйҙәрҙә генә түгел, уларҙың ата-әсәләрендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Балаларға бигерәк тә интерактив ҡом майҙаны оҡшаны, “тере ҡом” ярҙамында төрлө күнекмәләр эшләү шатлыҡ килтерҙе. 

“Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында беҙҙә хәҙер мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн махсус урын бар. “Ғаилә” үҙәге менән дә әүҙем хеҙәттәшлек итәбеҙ, был төргә ҡараған кешеләр өсөн махсус саралар уҙғарабыҙ, киләсәктә лә ошо йүнәлеш буйынса киң эш йәйелдерергә йыйынабыҙ, сөнки был бик мөһим һәм кәрәк”, – ти смарт-китапхана директоры Светлана Сафарова.

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/138027

 

Фото: Ҡариҙел Үҙәк район модулле китапханаһы. 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас