

“Һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур төҙөү” төбәк проектына ярашлы, республиканың 20 медицина ойошмаһы 101 махсус термопринтер алды.
Этикеткалар мисәтләү өсөн тәғәйенләнгән термопринтерҙар лаборатор тикшеренеүҙәр башҡарғанда биоматериалдарҙы штрих-кодтар менән билдәләү өсөн ҡулланыла. Пробиркаларҙы автоматлаштырылған штрих-код системаһы ярҙамында билдәләү биоматериалдарҙы үҙенсәлекле идентификациялауҙы тәьмин итә һәм хаталаныуҙарға юл ҡуймай.
Стационарҙарҙың ҡабул итеү бүлексәләре лә термопринтерҙар менән тәьмин ителгән, был пациенттарға электрон идентификация браслеттары әҙерләү өсөн кәрәк. Шәхси браслет пациенттың шәхесен асыҡлау һәм уға тәғәйенләнгән тикшеренеүҙәр исемлеген билдәләүҙе еңелләштерә. Проект медицина ойошмаларының үҙ-ара бәйләнешен нығытыуға, һанлы яңылыҡтарҙы үҙләштереүгә, тармаҡ эшмәкәрлегенең тәьҫирлеген күтәреүгә йүнәлтелгән.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу. Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.