Милли проекттар
18 Август 2021, 07:30

Спорт – йәшәү рәүешенә әүерелде

Һуңғы йылдарҙа Дүртөйлөлә яңы заманса йәмәғәт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде, бында ҡала халҡы ял итергә, спорт менән шөғөлләнергә, дуҫтар менән аралашырға йыйыла.  

Спорт – йәшәү рәүешенә әүерелдеСпорт – йәшәү рәүешенә әүерелде
Спорт – йәшәү рәүешенә әүерелде

Дүртөйлө ҡалаһында 30 меңдән ашыу кеше йәшәй. Боронғо өйҙәрҙән торған урамдар, заманса күп ҡатлы йорттар теҙелгән яңы биҫтәләр, шәхси йорттар секторы, иркен йылға буйы ҡалаға әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йәм бирә.

Һуңғы йылдарҙа Дүртөйлөлә яңы заманса йәмәғәт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде, бында ҡала халҡы ял итергә, дуҫтар менән аралашырға йыйыла.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә һәм Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу проекттары конкурсында еңеү арҡаһында, бында Матросов исемендәге парк, “Башаҡ” майҙансығы, Ленин исемендәге майҙан һәм уның эргәһендәге биләмә, йәйәүлеләр өсөн юлдар төҙөкләндерелә.

“Был объекттарҙа эштәр ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарылды. Яңыртылған майҙансыҡтар тиҙ арала ҡала халҡының яратҡан ял итеү урынына әйләнде. Оҙаҡ йылдар кешеләргә шатлыҡ өләшһендәр өсөн, беҙгә уларҙы һаҡлап тотонорға ғына ҡала. Төҙөкләндерелгән биләмәләргә видеокамералар ҙа ҡуйылған, улар тәүлек әйләнәһенә майҙандарҙа нимә барғанын төшөрөп тора.

Ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бындай урындарҙың барлыҡҡа килеүенә сикһеҙ шатбыҙ, улым менән көн һайын велосипедта йөрөйбөҙ. Спорт беҙҙең өсөн йәшәү рәүешенә әүерелде”,- ти ҡалала йәшәүсе ҡатын.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас