

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Халыҡ-ара кооперация һәм эксперт” милли проекты сиктәрендә, республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лена Изотова етәкселегендәге делегация бизнес-миссия менән Тажикстан республикаһына килде.
Делегация республикалар араһындағы тышҡы иҡтисади бәйләнеште нығытыу һәм предприятиеларҙың бәйләнешен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
“Башҡортостан менән Тажикстан төрлө өлкәлә элек-электән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. 2020 йылдың башында сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе барлау маҡсатында, республикабыҙҙа Тажикстандың Хатлон өлкәһе делегацияһы булып киткәйне. Тажикстан республикаһының Генераль консулы С.Д. Эмом менән осрашыу һөҙөмтәһе булараҡ, тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү маҡсатында, хәҙер беҙҙең делегация Тажикстанға килде”, - тип билдәләне тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
18-20 августа делегация етәксеһе “БР Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге” коммерцияға нигеҙләнмәгән автоном ойошмаһы, “Көньяҡ-Урал үлсәү заводы”, “Химреактивснаб”, “Контроль пакеты”, “Радойл”, "Альтернатива экспресс", "Гидравлика" Өфө агрегат предприятиеһы”, "Техмашсервис" йәмғиәттәре вәкилдәре менән берлектә Тажикстан республикаһының Согдий өлкәһе етәкселеге һәм эшҡыуарҙары менән осрашып, “Сугд” һәм “Дангара” махсус иҡтисад зоналары эшмәкәрлеге менән танышасаҡ. Башҡортостан һәм Тажикстан республикалары араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнеше һорауҙары буйынса түңәрәк өҫтәл дә ойоштороласаҡ. Шулай уҡ, потенциаль Тажик контрагенттары менән В2В-осрашыуҙар ҙа планлаштырыла.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.