

Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһында капиталь ремонттан һуң ике өр-яңы кабинет асылды: рентген һәм флюорография кабинеттары. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” маҡсатлы программаһына ярашлы, кабинеттар заманса медицина ҡорамалдары, техника, кәрәк-яраҡтар менән тулыһынса йыһазландырылды.
Ҡиммәтле ҡорамал Рәсәйҙә етештерелгән, элеккеләренән киң функциялы, уңайлы һәм һүрәттәренең сифатлы булыуы менән айырыла. Медицина хеҙмәткәрҙәре бындай яҡшы үҙгәрештәргә шатланып бөтә алмай. Дауахананың матди-техник базаһы яңырыуы пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙә мотлаҡ сағылыш табасаҡ. Белгестәр тәүге ауырыуҙарҙы ҡабул итә башлаған да инде.
– Был ваҡиға минең өсөн, табип-ренгенолог булараҡ, айырыуса шатлыҡлы. Бөтә хеҙмәттәштәрем, райондаштарым өсөн дә көтөп алынған һөйөнөслө ваҡиға! – ти Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ф.Хәбибуллин. – Персонал тулыһынса уҡытылған, өйрәтелгән һәм яңы аппараттарҙа эшләргә әҙер!
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, тәүге медицина хеҙмәттәренән һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/139411
Фото: Стәрлебаш район хакимиәте.