Милли проекттар
20 Август 2021, 05:30

Йыл аҙағына тиклем 500 фотовидеотеркәү комплексы ҡуйыласаҡ

Әле 1015 – автомат, 946 – стационар, 63 – күсмә һәм алты мобиль фотовидеотеркәү комплексы юлдарҙағы хәлдәрҙе күҙәтергә ярҙам итә.

Йыл аҙағына тиклем 500 фотовидеотеркәү комплексы ҡуйыласаҡЙыл аҙағына тиклем 500 фотовидеотеркәү комплексы ҡуйыласаҡ
Йыл аҙағына тиклем 500 фотовидеотеркәү комплексы ҡуйыласаҡ

Башҡортостандың Транспорт дирекцияһы заказы буйынса “Ростелеком” йәмғиәте төбәк юлдарында хәүефһеҙлектең һанлы сиктәрен булдырасаҡ. Йыл аҙағына тиклем республика юлдарында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән 500 фотовидеотеркәү стационар комплексы ҡуйыласаҡ. Уларҙың төп өлөшө Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау һәм Нефтекама ҡалаларында, ә 100-ҙән ашыуы муниципаль магистралдарҙа урынлаштырыласаҡ.

 

Контракт моделде хеҙмәтләндереү шарттарында төҙөлгән. Эшкә һәләтле комплекстар контракттың барлыҡ осорона тигеҙ түләүҙәр менән тормошҡа ашырыласаҡ, ә ҡуртым ваҡыты үткәс, республика милегенә бушлай тапшырыласаҡ.  

 

– Магистралдарҙа авариялар һанын кәметеү – Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Әле 1015 – автомат, 946 – стационар, 63 – күсмә һәм алты мобиль фотовидеотеркәү комплексы  юлдарҙағы хәлдәрҙе күҙәтергә ярҙам итә. Үлсәү ҡорамалдары ярҙамында водителдәрҙең йөрөү мәҙәниәте арта һәм авариялар кәмей бара. Былтыр августан камералар ҡуйылған урындарҙа юл-транспорт ваҡиғалары һаны – 4,1 процентҡа, йәрәхәт алыусылар һаны алты процентҡа кәмене, – тип белдерҙе Башҡортостандың Транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низаҡаев.  

 

Фотовидеотеркәү комплекстары йылдам хәрәкәт күҙәтелгән һәм авариялар күп теркәлгән юл участкаларында ҡуйыласаҡ. Төп өлөшө – 310 – тиҙлек режимын күҙәтеү, 170 – йәйәүлеләр үткәүелдәрендә, 18 – көйләнгән юл саттарында, ике комплекс туҡтау һәм туҡталҡа ҡағиҙәләре үтәлешен тикшереү өсөн.

 

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендәге проекты Башҡортостанда “Ростелеком” компанияһы тарафынан тормошҡа ашырыла. Алдағы ике йылда фотовидеотеркәү комплексы төбәктең 62 муниципалитетында ҡуйылған.

 

Барлыҡ был саралар республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.

 

Фото: БР Хөкүмәтенең рәсми сайтынан.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас