Милли проекттар
23 Август 2021, 09:15

Ҡариҙел балалары китап менән дуҫ

 Йәштәрҙең матур киләсәге өсөн уға яуаплы кешеләр ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй.

Ҡариҙел балалары китап менән дуҫҠариҙел балалары китап менән дуҫ
Ҡариҙел балалары китап менән дуҫ

Ошо көндәрҙә Ҡариҙелдәге 1-се урта мәктәп яны лагеры тәрбиәләнеүселәре Ҡариҙел китапханаһын барып ҡараны. Ҡыҙ һәм малайҙар өсөн ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторолдо. Лагерь балаларының китапхананың балалар һәм йәштәр зонаһын ҡарауы, “Экспериментариум” интерактив музейының эше менән танышыуы, конференц-залда булыуы, трек системаһына яраҡлаштырылған күргәҙмәләрҙе барып күреүе, китаптар менән танышыуы китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырырға булышлыҡ иткәндер.

Әйткәндәй, Рәсәйҙә “Мәҙәниәт” милли проектына иғтибар көслө, ул уңышлы тормошҡа ашырыла. Йәштәрҙең матур киләсәге өсөн уға яуаплы кешеләр ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй, рәсәйҙәрҙең йәшәү кимәлен күтәреү, халыҡҡа көндәлек тормошта уңайлыҡтар тыуҙырыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Милли проекттарҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы бойомға ашырыла.

Педагог Розалия Мирзайдарова билдәләүенсә, “Мәҙәниәт” милли проекты районда уңышлы тормошҡа ашырыла, шул ҡыуаныслы, китапхана танымаҫлыҡ хәлгә килгән.

– Балалар ошо китапханаға ике маҡсатты күҙ уңында тотоп киләсәк, – тип һөйләй Розалия Мирзайдарова. – Беренсенән, китап уҡырға, икенсенән, төрлө сараларҙа ҡатнашыу өсөн.

 

Фото: srk.nationalpriority.ru

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/140109

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас