Милли проекттар
23 Август 2021, 05:05

Автобустар йышыраҡ йөрөйәсәк

“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһында автобустарҙы техник хеҙмәтләндереү ваҡыты өс тапҡырға ҡыҫҡарасаҡ.

Автобустар йышыраҡ йөрөйәсәкАвтобустар йышыраҡ йөрөйәсәк
Автобустар йышыраҡ йөрөйәсәк

“Башавтортанс” дәүләт унитар предприятиеһында автобустарҙы техник хеҙмәтләндереү ваҡыты өс тапҡырға ҡыҫҡарасаҡ. Был Рәсәй Президенты Владимир путиндың указы менән тормошҡа ашырылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был, үҙ сиратында, йәмәғәт транспорты хәрәкәтендә инвервалды кәметергә лә ярҙам итәсәк.

“Бөгөн хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү илдең төп стратегик өҫтөнлөгө тип билдәләнгән. “Башавтотранс”та ремонт һәм техник хеҙмәтләндереүҙең сифатын яҡшыртыу ошо милли проектта ҡатнашыусыларҙың бөтәһе өсөн дә өлгө була аласаҡ. Әгәр ҙә предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының барлыҡ күрһәткестәрен дә үтәһә, был миҫалды башҡа автоколонналарға ла таратасаҡбыҙ, – тине республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

 

Фото: БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы сайтынан.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас