

Рәсәй Федерацияһында “Мәғариф” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, милли проекттарҙың маҡсаты – уҡыусы балаларҙың киләсәген хәстәрләү, граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә мәғариф тармағына етди иғтибар бүлә. Мәҫәлән, “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә Ҡырмыҫҡалы районындағы бер нисә белем усағында ремонт бара. Райондың Ҡабаҡ, Һәүәләй, Сахай, Константиновка, Ефремкин һәм Ҡырмыҫҡалылағы 2-се мәктәптәрҙә кабинеттарҙың “Үҫеш нөктәһе” бүлмәһе итеп үҙгәртелеүе шуға асыҡ миҫал.
Бөгөнгә белем биреү учреждениеларында кабинеттарҙы әҙерләү йәһәтенән төрлө эштәр дауам итә. Мәҫәлән, иҙәндәр алмаштырылған, яңы яҡтыртыу элементтары урынлаштырылған, стеналар буялған, кәрәкмәгән урында стеналар алынғас, бүлмәләр иркенәйеп ҡалған. Тиҙҙән федераль проект талаптарына ярашлы, физика, химия һәм биология кабинеттары яңыртыласаҡ.
Тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлешендәге ошо белем үҙәктәре оҙаҡламай кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Был йыһаздар төрлө һынау һәм эксперимент үткәреү өсөн кәрәк буласаҡ.
Педагогтар һөйләүенсә, заманса шарттарҙа белем ала алған балалар өсөн улар ныҡ шат. Уҡытыусылар кластан тыш эшмәкәрлектә лә ошо майҙансыҡты файҙалана ала.
Фото: srk.nationalpriority.ru/.
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/140057
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#национальныепроекты