

Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән милли проекттар араһында “Мәҙәниәт” һәм “Мәғариф” – иң әүҙам һәм уңышлы үтәлгәндәр иҫәбендә. Уларҙа ҡуйылған мәсьәләләр күп кенә файҙалы саралар аша тормошҡа ашырыла. Шундайҙарҙың береһе – “Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр” тигән Бөтә Рәсәй проекты. Уға ярашлы балалар өсөн ҡыҫҡа метражлы уйын фильмдары төшөрөлә, рухи-әхлаҡи һәм ватансылыҡ тәрбиәһе биреүгә, традицион ҡиммәттәр тәрбиәләүгә арналған кластан тыш сараларҙы уҙғарыр өсөн фильмдарға методик ҡулланмалар әҙерләнә.
Ошо көндәрҙә Архангел районының Абҙан ауылында “Батыр” фильмын төшөрөү барышында “Бал байрамы” уҙғарылды. Фильм нигеҙендә – кешеләрҙе бер-береһенә һәм тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл, миһырбанлы булырға саҡырған башҡорт эпосы. Тәүге үҫмерлек һөйөүе тураһындағы йылы картина Абҙан һәм Ҡурғаш ауылдарының матур тәбиғәте фонында төшөрөлә.
Күмәк сәхнәләрҙә 200-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Сараға райондың умартасылары саҡырылған, төбәктең төрлө мөйөштәрендә йыйылған бал килтерелгән.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, "Бал байрамы"нда ҡатнашып, был проекттың тәрбиәүи яҡтан мөһимлеген билдәләп үтте.
Проект менән киләһе йылдың яҙында танышырға мөмкин булыр, тип күҙаллана.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/140604