

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республиканың күп дауалау учреждениелары төрлө заманса медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителә бара.
Балтас район дауаханаһында ла тиҙҙән капиталь ремонт үткәрелгән нур диагностикаһы кабинеты эшләй башлары көтөлә. Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһы ярҙамында башҡарылған.
Эш барышы менән республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова танышты. Уның һүҙҙәре буйынса, яңы һанлы рентген-аппарат мәғлүмәтте базала оҙайлы ваҡыт һаҡларға булышлыҡ итәсәк, был иһә пациенттың һаулығы торошон даими күҙәтеп торорға уңайлы була.
Ремонт эштәренә федераль бюджеттан 3,8 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Кабинет бар тикшереүҙәрҙе теүәлләгәс эшләй башларға тейеш.
Г. Зиннурова шулай уҡ гемодиализ үҙәген ҡараны. Уны асыу ҙа яҡын араға тәғәйенләнгән. Үҙәк тирә-яҡ райондарҙа йәшәгән пациенттарҙы хеҙмәтләндерәсәк.
Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған милли проекттар халыҡтың йәшәү шарттарын, һаулығын хәстәрләүгә, белем биреү, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/140604