Милли проекттар
24 Август 2021, 06:15

Өлкәндәр өсөн бүлексә асылды

Яңы стационар Өфөнөң Орджоникидзе районындағы элекке граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһендә урынлашҡан.

Өлкәндәр өсөн бүлексә асылдыӨлкәндәр өсөн бүлексә асылды
Өлкәндәр өсөн бүлексә асылды

Өфөләге “Именлек” республика геронтология үҙәгендә өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн  көндөҙгө бүлек асылды. Ул, “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проектына ярашлы, ололарҙың тормош сифатын яҡшыртыу өсөн ойошторолдо.

Яңы стационар Орджоникидзе районында элекке граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһендә урынлашҡан. Бында һәр кемдең ижади потенциалын асыу өсөн клубтар эшләй, өҫтәл уйындары, хәтерҙе яҡшыртыу өсөн күнегеүҙәр, ҡул эштәре түңәрәге, арт-терапия, скандинавтарса йөрөш, компьютер белеме – барыһы ла өлкәндәр өсөн.

Ололарҙың тормошо ҡыҙыҡлыраҡ, аралашыу даирәһе киңерәк булһын өсөн хеҙмәткәрҙәр барыһын да эшләй. Бүлексәлә техник реабилитация сараларын прокатка биреү пункты бар. Белгестәр уларҙы дөрөҫ файҙаланырға өйрәтә. Курс 18 көнгә иҫәпләнгән. Бүлексәлә ял итеү өсөн граждандың ярым стационар формала социаль хеҙмәтләндереүгә мохтажлығын таныу мөһим.  Бүлексә бер юлы өлкән йәштәге 30 кешене ҡабул итә ала.

Социаль хеҙмәттәрҙе өйҙә алғандар өсөн айырым программа булдырылған. Стационарға килгән һәр кемде социаль эш буйынса белгес ҡаршы ала, бүлексәнең эше, йәшәү ҡағиҙәләре менән таныштыра, аҙаҡ социаль хеҙмәтләндереүгә килешеү төҙөлә. Психолог әңгәмәләшкәндән һуң диагностика, тест  үткәрә, тейешле шөғөлдәр тәғәйенләй. Социаль хеҙмәт бушлай күрһәтелә, төп шарт – хеҙмәттәрҙе алыусының йән башына тура килгән килеме уртаса йән башына тура килгән килемдең сикке дәүмәленән артмаҫҡа тейеш. Яңы көндөҙгө стационар когнитив тайпылыштарға дусар кеше менән бергә йәшәгән ғаиләләргә бер аҙ ял итеү, кисектергеһеҙ эштәрҙе башҡарыу һәйбәт мөмкинлек тә булып тора. Улар өлкәндәрҙең сәләмәтлеге өсөн борсолмаясаҡ.

“Демография” милли проекты биш федераль проектты үҙ эсенә ала, шуларҙың береһе – “Өлкән быуын”. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһында демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу саралары тураһында” Указдың һигеҙ поручениеһы 2024 йылға үтәлергә тейеш. 

#национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас