

Баш ҡаланың Октябрь проспектынан алып Николай Дмитриев урамына тиклемге участкаһында Һәҙиә Дәүләтшина бульварын капиталь ремонтлау дауам итә. Был объекттың дөйөм оҙонлоғо – 1,138 километр.
Төҙөлгән муниципаль контрактҡа ярашлы, был объектта эштәр быйыл 29 октябрҙә тамамланырға тейеш. Әммә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Төҙөлөш, юлдарҙы ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар буйынса идаралығы начальнигы Константин Паппе белдереүенсә, улар бар эштәрҙе лә Республика көнөнә үк бөтөрөргә планлаштыралар.
– Бөгөн Николай Дмитриев урамынан алып Завод урамына тиклемге участкала асфальт-бетон япманы алмаштырыу бара. Был урында ике йүнәлештә лә транспорт хәрәкәтен беҙ 17 августан рөхсәт иттек. Артабан Октябрь проспектынан Комсомол урамына тиклемге участканы ремонтлаясаҡбыҙ һәм тамамлаусы этап Комсомол урамынан Завод урамына тиклемге участканы ремонтлау буласаҡ, – тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Һәҙиә Дәүләтшина бульвары ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә капиталь ремонтлана. Объектта эштәр быйыл март айында башланғайны.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.