

Баш ҡалабыҙ Өфөнөң мәғариф өлкәһе федераль, шулай уҡ республика милли проекттарын тормошҡа ашырыу ярҙамында комплекслы үҫешә. Ошоға ҡағылышлы мәғлүмәттәр баш ҡала хакимиәте сайтында бирелгән.
Мәҫәлән, “Һәр баланың уңышы” проектына ярашлы, Өфөнөң өҫтәмә белем биреү учреждениеларында социаль-гуманитар, тәбиғи-фәнни, техник йүнәлештәр буйынса 300 яңы урын булдырылған. Заманса интерактив ҡорамалдар һәм йыһаз һатып алынған.
“Һанлы белем биреү мөхите” проекты 162-се полилингваль мәктәптә “IT-Куб” тип аталған һанлы белем үҙәге төҙөргә форсат биргән. Был - республикалағы шундай беренсе үҙәк. Унда балалар IT-һөнәрҙәрҙең нигеҙҙәрен өйрәнә.
Телгә алынған ике проект та илдә алып барылған “Мәғариф” милли проектына инә. Ул Өфөлә белем биреү системаһын үҫтереүҙә маҡсатлы йүнәлеш булып тора.
Республикала тормошҡа ашырылған проекттарға килгәндә, “Юғарыға ос!” тип аталғанын айырым атап китер кәрәктер. Уның төп бурысы – өлкән класс уҡыусыларын оло тормошҡа ныҡлы әҙерләү. Был проект төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала, араларында “Сәләмәт йылмайыу” тигән модуль дә бар. Ул бөтә ҙур мәктәптәрҙә лә стоматология кабинеттары булдырыуҙы күҙ уңында тота. Быйыл, мәҫәлән, ҡала бюджетынан өс белем усағында ошондай кабинеттар асыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға, булғандарын йүнәтеүгә аҡса бүленгән. 2019 йылда атҡарыла башлаған проект 10 теш кабинеты асыуға булышлыҡ иткән.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Мәғлүмәт, фото сығанағы: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.