

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Нуриман районында йәшәүсе Илфир Ғирфановҡа йүнселлек эшмәкәрлеген башлап ебәреүҙә ярҙам күрһәтелә.
Илфир Минлеғәли улы электән ағастан төрлө әйберҙәр эшләү менән мауыға. Әммә бының менән генә сикләнеп ҡалмай, яңы кимәлгә сығып, етештереү масштабын киңәйтергә ҡарар итә. Ошо маҡсатта ул Нуриман районының бизнес-шерифына мөрәжәғәт итә.
“Нуриман районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” муниципаль программаһына ярашлы, яңы эш башлаған йүнселгә финанс ярҙамы күрһәтергә ҡарар ителә.
Ярҙам арҡаһында Илфир Ғирфанов ағас эшкәртеү буйынса цех асып, ағастан ҡабатланмаҫ төрлө әйберҙәр эшләй башлай – өҫтәлдәр, ултырғыстар, баҫҡыстар, йорт комплекттары һ.б.
Уңған ир-уҙаман бының менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай, яңы төр эшмәкәрлеккә лә тотонмаҡсы. Ул бәшмәк үҫтерергә күҙаллай. Йүнселдең был хыялы ла тормошҡа ашыр, килем килтерер тип ышанайыҡ һәм башланғысында уңыштар теләйек.
Фото: Нуриман районы хакимиәте сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан