

Баймаҡ лицей-интернаты яңы ноутбуктар, интерактив панель һәм күп функциялы принтер алыуға өлгәште. Хәҙер лицей уҡыусылары өсөн информатика дәрестәре ҡыҙыҡлыраҡ үтәсәк, ти мәктәп етәкселеге.
“Лицей-интернат ике информатика бүлмәһе өсөн кәрәкле йыһаздар алды, - тип һөйләй белем усағының директоры Иҙел Әбүбәкиров. – Уҡыусылар өсөн – 30, шулай уҡ уҡытыусыларға ике ноутбук алынды. Беҙҙә йылдың-йылы Берҙәм дәүләт имтиханында информатика фәнен һайлаған уҡыусылар һаны арта бара. Шуныһы ҡыуаныслы: улар юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә”.
Был эштәрҙе тормошҡа ашырыу “Һанлы белем биреү мөхите” проектына ярашлы мөмкин булған. Әлеге башланғыс уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн генә түгел, ата-әсәләргә лә белем биреү процесында әүҙем ҡатнашырға, мәҫәлән, өлгәш кимәле, туҡланыу сифаты, хәүефһеҙлек саралары менән танышып барырға мөмкинлек бирә. Ғөмүмән, бөгөн заманса һәм сифатлы белем биреүҙе интернет мөмкинлектәренән тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Шуға күрә Баймаҡ ҡалаһының һәм районының барлыҡ мәктәптәре лә юғары тиҙлекле интернет селтәренә тоташтырылған.
Белеүебеҙсә, “Һанлы белем биреү мөхите” федераль проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектына ярашлы 2019 йылда булдырылды һәм ул 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ.
Фото: sch1mgn.educhel.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан