Милли проекттар
27 Август 2021, 07:00

Артистарҙы автоклуб алып килде

Ҡариҙел район мәҙәниәт һарайы артистары Раздолье ауылына “Яҡшы кәйеф” концерт программаһы менән барып ҡайтты. 

Артистарҙы автоклуб алып килдеАртистарҙы автоклуб алып килде
Артистарҙы автоклуб алып килде

Ҡариҙел район мәҙәниәт һарайы артистары Раздолье ауылына “Яҡшы кәйеф” концерт программаһы менән барып ҡайтты. Артистар ултырып барған автоклуб Рәсәй Президенты Владимир Путиндың vай указдары тарафынан раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә алынған.

Тамашасылар сығыштарҙы бик йылы ҡабул итте, артистар менән бергә уйындарҙа ҡатнашты, иҫтәлеккә фотоға ла төштө.

Ошо ауыл кешеһе Елена Праздничных былай ти: “Беҙ артистарҙы бик көттөк. Районда ошондай автоклуб йөрөй башлыуы ҡыуаныслы хәл. Район мәҙәниәт һарайына барырға бөтәһенең дә мөмкинлеге юҡ бит. Яңы осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ”.

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/143045

Фото:   srk.nationalpriority.ru сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас