Милли проекттар
27 Август 2021, 18:15

Уңдырышлы тупраҡ етештерәсәктәр

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендә үткәрелгән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонын төҙөү мәсьәләһе, шулай уҡ атыу тиры төҙөү буйынса башланғыс ҡаралды.

Уңдырышлы тупраҡ етештерәсәктәрУңдырышлы тупраҡ етештерәсәктәр
Уңдырышлы тупраҡ етештерәсәктәр

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендә үткәрелгән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә хакимиәт башлығы Владимир Куликов, уның урынбаҫарҙары, бүлектәр етәкселәре ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонын төҙөү мәсьәләһен, шулай уҡ атыу тиры төҙөү буйынса башланғысты ҡараны.

Бөтә был эштәр Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланығыстарын хуплау” милли проектына ярашлы башҡарыла.

Тәүге проект, полигон төҙөлөшөнән тыш, компост яһау һәм RDF-яғыулыҡ эшләү юлы менән уңдырышлы тупраҡ етештереү мөмкинлеге лә бирәсәк.

“Проект отошло, уны тормошҡа ашырыу ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү форсаты асасаҡ, шул иҫәптән – экология буйынса ла”, – тине  Владимир Куликов. Ҡалдыҡтарҙы тәрән эшкәртеү һөҙөмтәһендә уларҙы күмеү эше лә кәмейәсәк.

Атыу тиры иһә төрлө предприятиелар өсөн һаҡсылар әҙерләү, атыу һәм биатлон спортын популярлаштырыу йүнәлештәре өсөн файҙалы.

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/142722.

Фото: srk.nationalpriority.ru сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас