Милли проекттар
29 Август 2021, 09:20

"Ата-бабалар ауазы"ның географияһы киңәйҙе

"Ата-бабалар ауазы" - Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң республика етәксеһе грантын отҡан проекты. Ошо көндәрҙә Башҡортостан вәкилдәре Свердловск өлкәһенең биш ауыл-ҡалаһында лекциялар менән сығыш яһаны. 

"Ата-бабалар ауазы"ның географияһы киңәйҙе"Ата-бабалар ауазы"ның географияһы киңәйҙе
"Ата-бабалар ауазы"ның географияһы киңәйҙе

"Ата-бабалар ауазы" - Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортоноң республика етәксеһе грантын отҡан проекты. Ул географияһын киңәйтеп ебәрҙе: Свердловск өлкәһендә әлеге төбәк-ара фестиваль саралары үтте. Ошо көндәрҙә Башҡортостан вәкилдәре өлкәнең биш ауыл-ҡалаһында лекциялар менән сығыш яһаны. Төп ойоштороусы - урындағы башҡорт тарих-мәҙәни үҙәге.

Фестивалдә ҡатнашыусылар башҡорт тарихы һәм арҙаҡлы шәхестәре, тарихи башҡорт уғы, милли кейем тураһында лекциялар тыңланы. Боронғоса итеп селтәр (һаҡал) эшләү, уҡ атырға өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Һәр майҙансыҡта өлкә башҡорттарының демографияһына, тарихына, мәҙәниәтенә ҡағылышлы "Башкиры Свердловской области" ғилми-методик ҡулланмаһының презентацияһы үтте. "Китап" нәшриәтендә сыҡҡан китаптар, уҡ-башаҡтар күргәҙмәһе, уларҙы һатыу ойошторолдо. Бында стилләштерелгән милли биҙәүестәр ҙә һатып алырға мөмкин булды.

Проекттың программаһы ярайһы уҡ киңәйтелгән. Уның барышында Сибай артистары, урындағы коллективтар концерт ҡуйҙы, милли көрәш буйынса сығыштар булды, М. Кәрим повесы буйынса ҡуйылған "Һеңлем" ("Сестренка") , шулай уҡ "Бабич", "Беренсе республика" фильмдары күрһәтелде.

"Ата-бабалар ауазы" проекты Рәсәй Президенты В.В.Путиндың май указына ярашлы барлыҡҡа килгән "Мәҙәниәт" милли проекты талаптарына тулыһынса яуап бирә.

Мәғлүмәт, фото сығанағы: addnrb.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас