

Салауат районының Мөрсәлим ауыл китапханаһы мәҙәниәт йорто нигеҙендә асылған күп функциялы клуб эсенә инә. Китапхана, һис һүҙһеҙ, ауыл халҡының яратҡан урыны. Бында һәр кем ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашыра ала, мәҙәниәткә яҡыная, был өлкәләге яңылыҡтар, үҙгәрештәр менән таныша, китаптар уҡый.
Ауыл халҡына бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрҙән һуң ял итеп алыр өсөн бында бар шарттар ҙа булдырылған. Беренсе ярты йыллыҡта унда 1328 уҡыусы булған, уларға 17 820 китап бирелгән. Үткәрелгән саралар ҙа бихисап - 64. Үткән осорҙа китапханаға йәмғеһе 12 213 тапҡыр килгәндәр.
Район мәҙәниәт бүлегенән әйтеүҙәренсә, Мөрсәлим китапханаһы халыҡтың төрлө вәкилдәрен мәҙәни тормошҡа ылыҡтырыуға, ял итер, ваҡытты файҙалы үткәрер өсөн күп төрлө саралар ойошторорға мөмкинлек бирә. Ауылдың мәҙәни тормошона йән өрөрлөк матур үҙгәрештәр Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указына ярашлы барлыҡҡа килгән күп һанлы милли проекттарҙың береһе - "Мәҙәниәт"тә ҡаралған сараларҙы тормошҡа ашырыу ярҙамында мөмкин.
Был милли проект аша дәүләт етәксеһе ошо өлкәләге күп мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе күҙ уңында тота. Шуларҙың араһында ике мөһим бурыс бар: беренсеһе - Рәсәйҙең иҫ киткес бай мәҙәниәте менән бар халыҡ та танышырлыҡ шарттар тыуҙырырға; икенсеһе - кешеләргә үҙҙәренең ижади мөмкинлеген асырға, үҫтерергә, ҡалғандарҙы үҙ ижады менән таныштырырға мөмкинлек бирергә.
Яңы мәҙәниәт йорто "Мәҙәниәт" проектына ярашлы 2019 йылда төҙөлгән. Уға "күп функциялы ауыл клубы" статусы бирелгән.
Фото: Салауат районы хакимиәте сайты.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан