

Белем көнөндә Бөрө ҡалаһының 9-сы мәктәбендә тәбиғи-фәнни һәм технология йүнәлешендәге "Үҫеш нөктәһе" белем үҙәген асыу күҙаллана. Был мөһим һәм көтөлгән ваҡиға "Мәғариф" милли проектына ҡараған "Заманса мәктәп" федераль программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Әлеге проект - дәүләт башлығы В.В. Путиндың май указына ярашлы барлыҡҡа килгән күп һанлы мөһим милли проекттарҙың береһе.
Мәғлүм булғанынса, "Үҫеш нөктәләре" - ул махсус белем үҙәктәре. Улар ауыл һәм бәләкәй ҡалалар мәктәптәре нигеҙендә барлыҡҡа килә. Бында балалар һанлы, тәбиғи-фәнни, техник һәм гуманитар йүнәлештәр буйынса белем ала. Һәр "Үҫеш нөктәһе" - бөтөнләй яңы белем алыу майҙаны, улар берҙәм стилдә биҙәлә, заманса ҡорамалдар менән байытыла. Улар өс йүнәлештә - физика, биология, химияла - ҡулланыла.
Бөрө мәктәбе өсөн һатып алынған ҡорамалдар араһында күп функциялы ҡорамалдар, ноутбук, мобиль интерактив комплекстар, тәжрибәләр яһап күрһәтеү ҡорамалдары бар.
Мәғлүмәт, фото: srk.nationalpriority.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан