Милли проекттар
29 Август 2021, 07:30

Ишембайҙа – ретро-дискотека

Кесаҙна һайын шул уҡ урында, шул уҡ ваҡытта бөтәһен дә дискотекаға көтәләр.

Ишембайҙа – ретро-дискотекаИшембайҙа – ретро-дискотека
Ишембайҙа – ретро-дискотека

Ишембай ҡалаһы үҙәгендә ретро-дискотекалар үткәрә башлағандар. Үткән быуаттың 70-80-се йылдары музыкаһы аҫтында бейеү кисәләре үткәреү идеяһы әллә ҡасандан була. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә, район баҫмаларына өлкән йәштәгеләр өсөн бейеү майҙансыҡтарын ойоштороуҙо һораған хаттар ҙа йыш ҡына килеп тора. Күптәр үткән быуат музыкаһын һағынһа, икенселәр популяр йырҙар ярҙамында йәш саҡтарын иҫләргә теләгәндер.

Быйыл иһә ҡаланың яңыртылған үҙәк майҙанында, ниһайәт, ошондай ретро-дискотека ойоштороу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Йыйылған халыҡ алдында Мәҙәниәт һарайы артистары сығыш яһаған, ә номерҙар араһында ҡунаҡтар рәхәтләнеп бейегән. Балалар ҙа был сараларҙан ситтә ҡалмаған, олатай-өләсәләре менән бергә килеп, күңел асҡан.

Ойоштороусылар – Мәҙәниәт һарайы эшсәндәре – белдереүенсә, ретро-кисәләр һәр кесаҙна һайын үтәсәк. Шулай булғас, кем кисәнән ситтә ҡалған, икенсе аҙна быны эшләй аласаҡ. Кесаҙна һайын шул уҡ урында, шул уҡ ваҡытта бөтәһен дә дискотекаға көтәләр.

Әйткәндәй, был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдары ярҙамында раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Ишембай ҡалаһы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас