

Благовещенда әүҙем рәүештә ҡала быуаһын таҙартыу бара. Был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә башҡарыла. Быуаны былтыр таҙалай башлағандар, быны ҡала халҡы тиҫтә йылдар көткән.
Объектта эштәрҙе башҡарыу менән “Энергия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселек итә, уларға әүҙем рәүештә ҡала халҡы ла ярҙамлаша.
– Беҙ бында ихлас күңелдән эшләйбеҙ, барыһын да сифатлы башҡарабыҙ. Киләсәктә был урынға ғаиләне килтерге һәм бергәләп һөҙөмтәгә ҡыуанғы килә. Мотлаҡ рәүештә балаларыма был быуаны үҙ ҡулым менән таҙарттым тип һөйләйәсәкмен, – ти ҡалала йәшәүсе Нәфис Сираев.
Быуа тәрәнерәк булһын өсөн уның төбөндәге бысраҡты алып ташлау буйынса эштәр графиктан алда бара, быға һауа торошо ла булышлыҡ итә. Шулай уҡ ярҙы нығытыу эштәре лә туҡтамай. Яр буйлап ҡырсынташтан матур юлдар һалып та сыҡҡандар.
– Быуаны таҙартыу 2022 йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк. Бында урындағы халыҡтан бригада булдыра алыуға бик шатбыҙ. Был кешеләр үҙҙәре өсөн эшләй, шуға бик яҡшы һәм сифатлы килеп сыға. Быуа янында йәшәгән кешеләр ҙә көн дә килеп тора, улар ҙа процеста ҡатнаша, тиҙерәк һөҙөмтәне күргеләре килә, – ти демонтаж участкаһы оҫтаһы Филүс Сафин.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Благовещен ҡалаһы хакимиәте.