Милли проекттар
29 Август 2021, 05:00

Силәбе эшҡыуары Учалыла һөт етештерәсәк

Инвестор ҡаланан 5-6 километр тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан Иманғол ауылының мал фермаһын төҙөкләндерергә уйлай.

Силәбе эшҡыуары Учалыла һөт етештерәсәкСиләбе эшҡыуары Учалыла һөт етештерәсәк
Силәбе эшҡыуары Учалыла һөт етештерәсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ошо көндәрҙә Учалы районы хакимиәтендә муниципаль район башлығы Руслан Ғиләзетдинов етәкселегендә уҙғарылған шундай сарала төбәк өсөн мөһим һаналған инвестиция проекты ҡаралды.

Күрше Силәбе өлкәһе инвесторы Учалыла аҡ май, пастеризацияланған һәм киптерелгән һөт етештерергә ниәт итә. Бының өсөн уға инженерлыҡ коммуникациялары булған ер участкаһы талап ителә.

Инвестор ҡаланан 5-6 километр тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан Иманғол ауылының мал фермаһын төҙөкләндерергә уйлай. Әлеге ваҡытта һыйыр малы килтереү өсөн биналар әҙерләнә. Малҡайҙарҙы аҙыҡ менән тәьмин итеү өсөн эшҡыуар тирә-яҡтағы баҫыуҙарҙы эшкәртергә планлаштыра.

Район хакимиәте тарафынан инвесторға буш ятҡан ауыл хужалығы ерҙәрен теркәү буйынса һәм мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтеләсәк.

Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас