Милли проекттар
29 Август 2021, 04:30

Тәүге ихата сафҡа инде

2022—2024 йылдарҙа проект буйынса тағы 11 ихатаны төҙөкләндерергә йыйыналар.

Тәүге ихата сафҡа индеТәүге ихата сафҡа инде
Тәүге ихата сафҡа инде

Салауат ҡалаһында капиталь ремонттан һуң тәүге ихата файҙаланыуға тапшырылды. Бочкарев урамындағы күп фатирлы йорттар халҡы бер юлы бер нисә балалар һәм спорт майҙансығына эйә булды. Кешеләрҙең инициативалы төркөмө даими рәүештә төҙөүселәрҙең эшен күҙәтеп барҙы.

"Мин был өс күп фатирлы йортто берләштергән ихатаға бер нисә тапҡыр килдем. Подрядсы етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала төҙәтә ине. Халыҡ та проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем булды", — тине сараның ҡунағы Зариф Байғусҡаров.

Элек был урында соҡор-саҡырлы иҫке асфальт булған, туҡталҡа булмаған. Ҡыҫҡаһы, күләүектәр һәм бысраҡ ҡына ятҡан.

"Быйыл беҙ ҡалала ни бары бер генә "Башҡорт ихатаһы" проектын тормошҡа ашырабыҙ. Төҙөлөш ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарылды. Кешеләр ҡәнәғәттер тп ышанам", — тине объектты тантаналы асыу мәлендә Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов.

Был — Салауатта "Башҡорт ихатаһы" проекты буйынса төҙөкләндерелгән 19-сы ихата. 2022—2024 йылдарҙа проект буйынса тағы 11 ихатаны төҙөкләндерергә йыйыналар.

"Республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырылған проекттың маҡсаты — халыҡҡа ял итергә, уйнарға, спорт менән шөғөлләнергә лайыҡлы шарттар тыуҙырыу. Салауаттағы ихата бик матур килеп сыҡҡан, бында сәскә лә, виноград та үҫә, йорттар стенаһында ыңғай хис-тойғолар тыуҙырған граффити эшләнгән. Майҙансыҡтар хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы итеп булдырылған", — тине Зариф Байғусҡаров.

"Башҡорт ихатаһы" проекты буйынса төҙөкләндереү эштәре ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекттары бурыстарына һәм маҡсаттарына ла тура килә.

Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас