Милли проекттар
29 Августа 2021, 09:30

Йәш һөнәрмәндәр экспорт эшмәкәрлегенә өйрәнде

Йәштәр әле Өфөлә барған сара барышында экспорт эшмәкәрлеген алып барыу нигеҙҙәре буйынса белем алды.

Йәш һөнәрмәндәр экспорт эшмәкәрлегенә өйрәндеЙәш һөнәрмәндәр экспорт эшмәкәрлегенә өйрәнде
Йәш һөнәрмәндәр экспорт эшмәкәрлегенә өйрәнде

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы ваҡытында эшлекле программа саралары ла ойошторолдо. Кисә Башҡортостандың һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡығандар өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары сифатында экспорт эшмәкәрлеген алып барыу нигеҙҙәренә өйрәтеү буйынса ябыҡ сессия үткәрелде. Уны республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты һәм "Башҡортостан Республикаһының экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге" ойошторҙо. Сессияла ҡатнашыусыларҙы "Рәсәй экспорт үҙәге"нең финанс булмаған продукттарын һәм сит ил селтәрен үҫтереү буйынса идарасы директоры Ксения Таһирова сәләмләне.

Продуктты баҙар талаптарына әҙерләү, баҙарҙы һайлау, һатып алыусыны эҙләү, шулай уҡ тышҡы сауҙа контракты төҙөү -- былар тураһында йәштәргә "Рәсәй экспорт үҙәге"нең Өфөләге вәкиллеге етәксеһе Ренат Манапов һөйләне.

Сара Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путиндың май указына ярашлы барлыҡҡа килгән милли проекттарҙың береһе -- "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт"ты тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелде.

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/143647

Фото: CРК

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас