

Өфө дәүләт нефть техник университетының “iOS” өсөн “ Flutter” буйынса кросс-платформалы мобиль ҡушымталар эшләү” курсы “Һанлы һөнәрҙәр” федераль проектына индерелде. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Курс тыңлаусыларға Google компанияһының заманса һәм тиҙ үҫә барған инструменттарын үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Улар юғары етештереүсәнле кросс-платформалы мобиль ҡушымталарҙы тиҙ эшләү һәм баҙарға сығарыу форсаты бирә.
“Бөгөн “Һанлы һөнәрҙәр” проекты каталогында илебеҙҙең төрлө йүнәлештәге ун белем биреү учреждениеһынан 35 курс ҡаралған. Улар араһында республиканың абруйлы юғары уҡыу йорто ла булыуы ҡыуаныслы, ул эшләгән белем биреү программаһы һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләү эшен тиҙләтәсәк”, – “Ростелеком” компаниялары төркөмөнә ҡараған “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары Алексей Борисов.
Фото: БР Дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министрлығы сайтынан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан