Милли проекттар
30 Август 2021, 06:40

Башҡортостандың экспорт ҡеүәтен үҫтереүгә йоғонто яһай

Рәсәй Экспорт үҙәгенең экспорт мәктәбендә Рәсәй субъекттарының идара итеү командаһы өсөн экспорт компетенцияһын үҫтереү буйынса махсус белем биреүҙең икенсе модуле үтте.

Башҡортостандың экспорт ҡеүәтен үҫтереүгә йоғонто яһайБашҡортостандың экспорт ҡеүәтен үҫтереүгә йоғонто яһай
Башҡортостандың экспорт ҡеүәтен үҫтереүгә йоғонто яһай

Рәсәй Экспорт үҙәгенең экспорт мәктәбендә Рәсәй субъекттарының идара итеү командаһы өсөн экспорт компетенцияһын үҫтереү буйынса махсус белем биреүҙең икенсе модуле үтте. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә ойошторола.

Уҡыу барышында тышҡы һәм эске мөхиттең төбәк программаларына һәм донъя иҡтисады трендына йоғонтоһо буйынса лекциялар, автор тренингтары, шулай уҡ ғәмәли күнекмәләр уҙғарыла.

– Рәсәй Экспорт үҙәгенең экспорт мәктәбенең белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу Башҡортостандың экспорт ҡеүәтен үҫтереүгә, экспортсыларҙың һанын арттырыуға һәм республиканың сеймалға ҡарамаған экспортын арттырыуға ыңғай йоғонто яһаясаҡ, – тип билдәләне Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйленәштәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лена Изотова.

Уҡыу һөҙөмтәһе буйынса һайлап алыуҙы уңышлы үткән Рәсәй төбәктәре Рәсәй Экспорт үҙәге менән берлектә төбәк идара итеү командаһын уҡытыу һәм бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ субъекттары вәкилдәре өсөн белем биреү программаһын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген аласаҡ.

Республиканан идара итеү командаһына Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Р.Х. Моратов, Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйленәштәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм иновация, Ауыл хужалығы министрлыҡтары, Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Өфө ҡалаһының эшҡыуарҙар палатаһы берлеге, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре ингән.

2.0 Төбәк экспорт стандарты төбәк үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, экспорт өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса берҙәм форма булып тора, был үҙ сиратындаа Рәсәй төбәктәрендә экспортҡа ярҙам системаһын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Фото: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты.

 #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты.
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас