

Быйыл Өфөлә ремонтланырға тейешле юлдарҙа эш күләменең 50 проценттан ашыуы башҡарылған да инде. Юл селтәрен нормала ҡаралған хәлгә килтереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
“Әле бер юлы киләһе юл һалыу миҙгеленә әҙерлек тә алып барабыҙ, 2022 йылға килешеүҙәр төҙөлә”, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
Өфөлә, ошо милли проектҡа ярашлы, Парк урамын капиталь ремонтлау тамамланды, Һәҙиә Дәүләтшина бульвары буйынса техник үтеп йөрөү урыны асылды. Бөгөн ҡаланың Комсомол урамындағы юлды капиталь ремонтлауҙа ҡыҙыу эш бара, ул быйыл 15 октябрҙә тамамланырға тейешле. Эш аҙағынаса еткерелгәс, был йүнәлештәге Галле урамы Көнсығыш сығыу юлына тоташтырыласаҡ.
Фото: bashinform.ru сайтынан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан