Милли проекттар
30 Август 2021, 07:15

Күгәрсендә “Таҙа яр” акцияһы үтте

Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалында был йүнәлешкә айырыуса иғтибар бирәләр.

Күгәрсендә “Таҙа яр” акцияһы үттеКүгәрсендә “Таҙа яр” акцияһы үтте
Күгәрсендә “Таҙа яр” акцияһы үтте

Күгәрсен районында уҙған “Таҙа яр” акцияһында район ойошмалары, предприятиелары, учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы ауыл биләмәләре халҡы ҡатнашты.

Акция быйылғы һыу инеү миҙгеле тамамланыуы һәм һыу объекттарында санитар тәртип булдырыу йәһәтенән Күгәрсен районы биләмәһендәге халыҡ күпләп ял иткән һыу ятҡылыҡтары, йылғалар буйын сүп-сарҙан таҙартыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя.

Сара барышында һыу ятҡылыҡтары, йылғалар буйында йәй буйына йыйылған сүп-сарҙы таҙартыу ойошторола. Сара тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш талап ителеүен һәм йылға буйында ял иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү тураһында иҫкәртеүҙе лә күҙ уңында тота. Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә йыл һайын ойошторола.

Тирә-яҡ мөхиткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш булдырыу – йәштәрҙе тәрбиәләүҙең алмаштырғыһыҙ өлөшө. Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалында был йүнәлешкә айырыуса иғтибар бирәләр. Студенттар уҡытыусылар менән бергә экологик өмәләрҙә ҡатнашып, үҙҙәренең генә биләмәһен таҙартыуҙа сикләнмәй, тағы ла яуаплыраҡҡа һәм хәстәрлерәккә әйләнә.     

Фото: Күгәрсен район хакимиәтенән.

https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/144005

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Күгәрсендә “Таҙа яр” акцияһы үтте
Күгәрсендә “Таҙа яр” акцияһы үтте
Күгәрсендә “Таҙа яр” акцияһы үтте
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас