

Өфө дәүләт нефть техник ниверситеты 2024 йылға тиклем ошондай программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 37 миллион һумдан ашыу федераль финанс аласаҡ. Евразия фәнни-белем биреү үҙәге университеты – ӨДНТУ Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән барлыҡҡа килгән "Фән" милли проекты сиктәрендә уҙғарған конкурстың һайлап алыу турында яһалма интеллект буйынса бакалавриат һәм магистратура программаларын әҙерләгән өсөн еңеү яуланы.
"Конкурсҡа Рәсәй университеттарынан 24 ғариза бирелгәйне. Уларҙың 16-һы ғына һынауҙы үтте. Рейтингты төҙөгәндә яһалма интеллект өлкәһендә ғилми хеҙмәттәр баҫтырыу әүҙемлеге, халыҡ-ара белем биреү ойошмалары менән партнерлыҡ хеҙмәттәшлек килешеүҙәре булыуы иҫәпкә алынды", – ти ӨДНТУ-ның уҡытыу-методик эштәр буйынса проректоры Александр Могучев.
Конкурс шарттары буйынса, Өфө вузы партнер ойошмалар менән берлектә яһалма интеллект өлкәһендә ике бакалавриат һәм дүрт магистратура программаһы әҙерләргә тейеш. Был программалар буйынса дүрт партнер-вузда уҡырға була: Ухта дәүләт техник университетында, Волга буйы дәүләт технология университетында, Ярославль дәүләт техник университетында, М.Т. Калашников исемендәге Ижевск дәүләт техник университетында. Проектты тормошҡа ашырыу осоронда 900 тирәһе студент белем эстәр тип күҙаллана.
Фото: ufaved.info.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан