

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Мәғариф" милли проектының "Заман мәктәбе" федераль проекты сиктәрендә Күгәрсен районының дүрт мәктәбендә тәбиғи-фәнни һәм технология йүнәлештәрендә белем биреү үҙәктәре асыласаҡ. Улар Воскресенск, Теләүембәт, Исем ауылдарындағы һәм Мораҡтағы Зәйнәб Биишева исемендәге мәктәптәрҙә урынлашасаҡ. Бындай заманса белем һәм тәрбиә биреү үҙәктәре республикала күп кенә урындарҙа эшләй ҙә инде.
Әле буласаҡ үҙәктәрҙә ремонт эштәре тамамланған, белем биреү һәм түңәрәктәр эше өсөн уҡыу әсбаптары һәм ҡорамалдар һатып алына. Дәрес уҙғарасаҡ педагогтар һанлы платформала курс үткән.
– Улар тәжрибә уртаҡлашырға әҙер. Шул уҡ ваҡытта, камиллыҡтың юҡтыр сиктәре тигәндәй, беҙ артабанғы белем эстәүгә, үҫешкә ынтылыуға, эшмәкәрлегебеҙ менән ҡыҙыҡһынған ойошмалар һәм предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итеүгә әҙербеҙ, – ти Йомағужа ауылындағы "Үҫеш нөктәһе" үҙәге етәксеһе Р.Ш. Ғайсин.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан