Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Август 2021, 11:00

“Һау бул, йәй!”

Әбйәлил районы үҙәгендә үҫмерҙәр һәм балалар өсөн йәйҙе оҙатыуға бағышланған матур байрам ойошторолған.  

“Һау бул, йәй!”
“Һау бул, йәй!”

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән милли проекттарҙың береһе – “Мәҙәниәт”. Унда балаларға тәғәйенләнгән мәҙәни саралар ҙа аныҡ билдәләнгән. Мәҫәлән, 100 һәм унан да күберәк мәктәп уҡыусыһына мәҙәни танып-белеүгә ҡоролған саралар үткәрелергә тейеш.

Яңыраҡ тап ошондай матур сара Әбйәлил районы үҙәгенең төп майҙанында үткән. “һау бул, йәй!” тип аталған байрамды мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ойошторған. Көндөҙ башланып, кискә тиклем барған тамашаны 1000-дән ашыу кеше килеп ҡараған.

Байрамдың төп ҡатнашыусылары булған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн күп төрлө сара әҙерләнгән. Йәш быуын вәкилдәре рәхәтләнеп күңел асҡан, ижади ярыштарҙа ла ҡатнашҡан.

Асҡар балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлеге уҡытыусылары һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре биргән. Инструменталь, бейеү һәм йыр бүлектәренә йөрөгән балалар концерт номерҙары менән сығыш яһаған. Байрамдың йыр-моңға ҡоролған өлөшөн райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә дауам иткән. Ә көнсығыш бейеүҙәренә өйрәнгән ҡыҙҙарҙың сығышы инде сараның иң сағыу мәлдәренең береһенә әйләнгән.

Йәйҙе оҙатыу бер аҙ моңһоу булһа ла, дәртле барған тамаша, байрам дискотекаһы балаларҙың күңеленә хуш килгән.

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Сығанаҡ: srk.nationalpriority.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: