

Ҡалтасы районының Краснохолмский ауылында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөү тамамланды.
Хәҙер яҡын-тирәлә йәшәүсе бала-саға уйын зонаһынан ҡайтып та инмәйәсәк, ял итеү, йүгереү, үрләү, шыуыу өсөн тиктормаҫтарға бөтә мөмкинлектәр тыуҙырылған. Майҙанда бәүелсәктәрҙең генә бер нисә төрө бар, бейеклеккә үрләү өсөн конструкциялар, шыуғалаҡ тауҙар хәүефһеҙ, майҙанға резина япма түшәлгән. Өҫтәүенә майҙандың ҡойма менән уратып алыныуы уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек тыуҙыра.
– Сағыу уйын майҙаны балаларҙың иғтибарын үҙенә тарта. Ул бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫәпкә алып төҙөлгән. Комплекс балаларға физик яҡтан үҫешергә ярҙам итәсәк. Ата-әсәләр өсөн дә уңайлылыҡтар ҡаралған, ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйылған. Кескәй ҡалтасылар күңеленә хуш килер яңы ял һәм уйын майҙаны, тип уйлайым, – ти район хакимиәте башлығы З. Ғабдуллин.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырырға тейеш. 2030 йылға ҡала мөхите сифатын 1,5 тапҡырға яҡшыртыу бурысы ҡуйылған. Йыл һайын илдә милли проект буйынса меңәрләгән йәмәғәт биләмәһе һәм ихаталар төҙөкләндерелә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Фото: Ҡалтасы районы хакимиәте.