

Рәсәйҙә “Мәғариф” милли проектының уңышлы тормошҡа ашырылыуы йәш быуын өсөн яңынан-яңы мөмкинлектәр аса. Илебеҙ Президенты Владимир Путин белдереүенсә, милли проекттарҙың барыһының да төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостанда IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы тамамланды. Сарала Рәсәйҙең 76 төбәгенән 2000-гә яҡын кеше ҡатнашты, ҡыҙ һәм егеттәр 105 компетенцияла көс һынашты. Башҡортостан йыйылма командаһы дөйөм мәрәйҙәр буйынса икенсе урынды алды.
Республикабыҙҙың йыйылма командаһы составында Стәрлетамаҡ ҡалаһының колледж, мәктәп, гимназия һәм лицей уҡыусылары ла алдынғылыҡты бирмәне. Улар – ҡаланың 1-се, 5-се, 23-сө мәктәптәре, 3-сө, 12-се лицейҙары, 1-се, 5-се гимназиялары уҡыусылары. Мәҫәлән, Инженер лицейы уҡыусыһы Семен Дедюрин “Инженер дизайны” компетенцияһында үҫмерҙәр араһында көмөш призер булды. Ә Данил Васильев (Балалар-үҫмерҙәр техник ижад үҙәге уҡыусыһы) “Видеопроизводство” компетенцияһында өсөнсө урынға сыҡты. Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы студенттары “Инженер дизайны – CAD” компетенцияһында ике тапҡыр көмөш призер булды, бынан тыш, “Төҙөлөш эштәре” компетенцияһында ла уларға бронза тапшырылды. Өҫтәүенә, үҫмерҙәр профессионализм өсөн 2 медальон алып ҡыуанды. Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы студенттарына бер медальон бирелде, ә Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжы 2-се урынды яуланы.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/144258
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан