Милли проекттар
31 Август 2021, 05:45

Тәрбиәләнеүселәренең уңышы – иң ҙур баһа

Зинфир Хәкимовтың һөнәри сифаттарын уның хеҙмәттәштәре лә, уйын буйынса партнерҙары ла юғары баһалай. 2020 йылда ул "Йыл тренеры" тип танылған.

Тәрбиәләнеүселәренең уңышы – иң ҙур баһаТәрбиәләнеүселәренең уңышы – иң ҙур баһа
Тәрбиәләнеүселәренең уңышы – иң ҙур баһа

“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә раҫланған был милли проект 2030 йылға тиклем систематик рәүештә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнгән кешеләр һанын 70 процентҡа тиклем еткереү маҡсаты ҡуя.

Баскетбол – Яңауылдағы иң популяр спорт төрҙәренең береһе. Был уйынды яратыусыларҙы ҡалала ла, ауыл майҙансыҡтарында ла осратырға мөмкин. Һәм районда баскетбол менән шөғөлләнгән барлыҡ кешеләргә Зинфир Хәкимовтың исеме яҡшы таныш.

Зинфир Бәхтегәрәй улы спортҡа хеҙмәт эшмәкәрлегенең 25 йылын арнаған. 1995 йылда ул балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә секция түңәрәктәре алып бара башлаған. Әлеге ваҡытта “Юность” үҙәгендә баскетбол буйынса тренер һәм Яңауыл ҡалаһындағы Р. Гәрәев исемендәге урта мәктәптә физик культура уҡытыусыһы булып эшләй.

Уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре тренерҙың оҫталығы һәм педагогик һәләте менән һоҡлана.

“Тренер һәм беҙ – бер команда. Ул беҙҙе уйын техникаһына өйрәнә, һөҙөмтәле алымдар тураһында әйтә, ауыр минутта ярҙам итә һәм ышаныс һеңдерә белә”, – ти уның секцияһына йөрөгән Артур Исмәғилев.

Зинфир Хәкимовтың һөнәри сифаттарын уның хеҙмәттәштәре лә, уйын буйынса партнерҙары ла юғары баһалай. 2020 йылда ул "Йыл тренеры" тип танылған. Яңауыл районының баскетбол буйынса йыйылма командаһы бик күп етди сараларҙа ҡатнаша. Уның тәрбиәләнеүселәре күп тапҡыр төрлө ярыштарҙа призерҙар булған. Балаларҙың уңыштары – тренер өсөн иң яҡшы бүләк.

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Яңауыл районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас