

Балтас районының Тусыбай ауылы мәктәбендә “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы спорт залын капиталь ремонтлау тамамланыуға яҡынлашты.
Спорт залын ремонтлауға ил һәм республика бюджеттарынан, шулай уҡ урындағы ҡаҙнанан аҡса бүленгән. “Мәктәптәрҙең спорт залдарын яңыртыу буйынса программала йыл һайын ҡатнашабыҙ. 2016 йылдан алты спорт залын ремонтланыҡ, шулай уҡ спорт ҡорамалдары менән йыһазландырҙыҡ. Яңыртылған залдар дәрестән һуң төрлө саралар үткәрергә, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнгән уҡыусылар һанын арттырырға мөмкинлек бирәсәк”, – ти район хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Илназ Әхмәтов.
Спорт залын капиталь ремонтлау сметаға ярашлы бара, иҙән, тәҙрәләр, ишектәр алмаштырылған, стеналар буялған. ”Ҙур күләмле эш башҡарылды, бөтә педагогтар ҡатнашты. Уңайлы спорт залы бөтә заманса талаптарға яуап бирә”, – тип билдәләне мәктәп директоры Ришат Зөлкәров.
“Мәғариф” милли проекты 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланды. Уның ярҙамында Рәсәй мәғарифының конкуренцияға һәләтлелеген тәьмин итеү ҡарала, шулай уҡ милли проект нигеҙендә Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү сифаты буйынса алдынғы илдәрҙең тәүге тиҫтәһенә инеүен тәьмин итеү планлаштырыла.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Фото: Балтас районы хакимиәте.