Милли проекттар
1 Сентябрь 2021, 07:35

Дүртөйлө балалары ҡыуанысы

Яңы балалар баҡсаһына 212 сабый килгән. Махсус белеме булған тәрбиәселәр ҙә тупланған һәм учреждение бөгөндән тулы күләмдә эш башлаған.

Дүртөйлө балалары ҡыуанысыДүртөйлө балалары ҡыуанысы
Дүртөйлө балалары ҡыуанысы

“Мәғариф” милли проекты ярҙамы менән Дүртөйлө ҡалаһында 5-се һанлы яңы балалар баҡсаһы эшләй башлаған. Ул тулыһынса яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Төркөмдәр һәм залдар сағыу төҫтәр менән биҙәлгән, был балаларҙа ыңғай кәйеф тыуҙыра.

Балалар баҡсаһына 212 сабый килгән. Махсус белеме булған тәрбиәселәр ҙә тупланған һәм учреждение бөгөндән тулы кимәлдә эш башлаған.

– 2020-2021 йылдарҙа райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 2,5 мең бала тәрбиәләнә ине. Яңы балалар баҡсаһы ҡаланың башҡа ошондай учреждениеларындағы көсөргәнеште кәметеү мөмкинлеге бирә. Быға тиклемге һымаҡ 30 һәм унан да күберәк балалар булған төркөмдәр ҡалмаҫ. Өс йәштән өлкәнерәк бөтә балалар ҙа урындар менән тәьмин ителгән. Ата-әсәләр балалар баҡсаһын һайлау мөмкинлегенә эйә. Урын менән тәьмин итеү бер, ә сифатлы белем биреү мөхите, психологик уңайлылыҡ мөһимерәк. Һәм беҙ ошоноң өҫтөндә эшләйбеҙ ҙә, – тине Дүртөйлө районының мәғариф идаралығы начальнигы Нәсимә Ибәтуллина.

Билдәле булыуынса, илдә милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды. Улар кешеләр тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.

 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/145496

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас