Милли проекттар
1 Сентябрь 2021, 06:50

Ибраһимов бульварында ремонт ҡасан тамамланыр?

Был объект "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә яңыртыла. Эштең бик күп булыуы сәбәпле ул баштан уҡ ике йылға тип планлаштырылды.

Ибраһимов бульварында ремонт ҡасан тамамланыр?Ибраһимов бульварында ремонт ҡасан тамамланыр?
Ибраһимов бульварында ремонт ҡасан тамамланыр?

Был һорауға Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Төҙөлөш, юлдар һәм яһалма ҡоролмалар ремонты идаралығы начальнигы Константин Паппе яуап бирҙе. Эштәр тулыһынса 2022 йылдың аҙағында тамамланырға тейеш.

– Был объект "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә яңыртыла. Эштең бик күп булыуы сәбәпле ул баштан уҡ ике йылға тип планлаштырылды. Муниципаль контрактҡа ярашлы барыһы ла 2022 йылдың 30 ноябрендә тамамланасаҡ. Әммә беҙ быйыл уҡ бөтә юл оҙонлоғонда йөрөй торған өлөшөндә төп эштәрҙе бөтөрөргә йыйынабыҙ, – тине ул.

Начальник белдереүенсә, быйылғы төҙөлөш миҙгелендә юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөлөшө, төҙөкләндереү һәм капиталь ремонт өсөн 5 миллиард һум аҡса тотоноу күҙаллана. Айырым алғанда, 52 километр автомобиль юлы норматив хәлгә килтереләсәк. Уларҙың 28 километры – милли проект сиктәрендә, 24 километры Башҡортостан Республикаһының территориаль заказы менән эшләнә. Бөгөнгә ҡарата 26 километр юл норматив хәлгә килтерелгән, был – пландың яртыһы.

Әлеге ваҡытта Тикшеренеүселәр урамын һәм Сочи урамы аша ер аҫты йәйәүлеләр юлын төҙөү бара. Был эштәр ағымдағы йылдың һуңғы кварталында тамамланырға тейеш.

Билдәле булыуынса, илдә милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды. Улар кешеләр тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас