Милли проекттар
1 Сентябрь 2021, 06:15

Кескәйҙәр сәләмәт булһын!

Ишембай ҡалаһында үҙгәртеп ҡорғандан һәм капиталь ремонттан һуң балалар поликлиникаһы тәүге пациенттарын ҡабул итә башланы.

Кескәйҙәр сәләмәт булһын!Кескәйҙәр сәләмәт булһын!
Кескәйҙәр сәләмәт булһын!

Ишембай ҡалаһында үҙгәртеп ҡорғандан һәм капиталь ремонттан һуң балалар поликлиникаһы тәүге пациенттарын ҡабул итә башланы. Бында 6500-ҙән ашыу бала хеҙмәтләндерелә, күпселеге ҡаланың көньяҡ өлөшөндә, Перегонный һәм Иҫке Ишембай биҫтәләрендә йәшәй.

Поликлиника ҙур яңырыу кисерҙе: медицина ҡорамалдары, яңы йыһаздар алынды, тоҙ шахтаһы яңыртылды, инженер селтәрҙәре алмаштырылды. Хәҙер, биләмәһе төҙөкләндерелгәс, бында аяҡ баҫыуы ла күңелле, тиҙәр. 30 койкаға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар һаҡланып ҡалған. Капиталь ремонт райондың бюджеттан тыш килемдәре иҫәбенә үткәрелгән.

"Бөгөн “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы райондың уҡыусыларын һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларын хеҙмәтләндереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылды, тип әйтә алам. Быйыл ғинуар айынан алып көндөҙгө стационарҙа 540 бала һауыҡтырылды", – ти район үҙәк дауаханаһының баш табибы Валерий Шапочкин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем).

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Ишембай районы хакимиәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас