Милли проекттар
1 Сентябрь 2021, 08:20

Яңы китапхана булдырыу – мөһим бурыс

Әлеге заман шарттарында китапханалар һәр кешегә яңы мөмкинлектәр бирергә тейеш. Шуға күрә Межгорье ҡалаһының китапхананын яңыртыу хәл итеүҙе талап иткән мөһим бурыс булып тора.

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә Межгорье ҡалаһындағы ҡала китапханаһын тулыһынса яңыртырға йыйыналар. Әле улар конкурста ҡатнашыу өсөн заявка ебәргән һәм, әгәр еңеп сыҡһалар, китапхананы өлөшләтә модернизациялау – балалар секторын йыһазландырыу – өсөн грант аласаҡтар.

Межгорье ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәре түңәрәк өҫтәл үткәргән һәм унда ҡала китапханаһында “Виртуаль музей” булдырыуҙы күҙаллаған яңы проект эшләү ҡарары ҡабул ителгән. Был проект менән дә улар грант алыу өсөн конкурста ҡатнашасаҡ.

– Яңы заман шарттарында китапханалар һәр кешегә яңы мөмкинлектәр бирергә тейеш. Шуға күрә Межгорье ҡалаһының китапханаһын яңыртыу хәл итеүҙе талап иткән мөһим бурыс булып тора. Бында үҙенсәлекле дизайнлы мәғариф һәм мәҙәниәт үҙәге барлыҡҡа киләсәк, заманса йыһаздар һәм мультимедиялы ҡорамалдар, балалар зонаһы, инвалидтар өсөн уңайлы мөхит булдырыласаҡ, – тине Межгорье ҡалаһының мәғариф бүлеге начальнигы Инна Гаврилова.

Билдәле булыуынса, илдә милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды. Улар кешеләр тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Фото: yandex.ru

 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/145368

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас