Милли проекттар
1 Сентябрь 2021, 12:30

Зубовта "Белем" үҙәге асылды

"Белем биреү үҙәге миңә бик оҡшаны. Күренеүенсә, уны бик ҙур булмаған аҡсаға ла төҙөп була. Шуға күрә беҙ шундай ҡарар ҡабул иттек: бында ошондай тағы бер мәктәп буласаҡ..."

Зубовта "Белем" үҙәге асылдыЗубовта "Белем" үҙәге асылды
Зубовта "Белем" үҙәге асылды

Бөгөн, 1 сентябрҙә, Өфө районының Зубов ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Белем” мәғариф үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты.

Уҡыу йылы башланыуға арналған линейкала республика етәксеһе уҡыусыларға уңыштар теләне.

– Матур йолаға ярашлы, 1 сентябрҙә беҙ яңы мәктәптәрҙе файҙаланыуға тапшырабыҙ. Бөгөн Зубовта был матур мәғариф үҙәген асабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был көндә тәү сиратта мәктәп уҡыусыларын ҡотлайым, уңышлы уҡыу теләйем. Һеҙ белем алып ҡына ҡалмағыҙ, спорт, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә лә үҫешегеҙ. Уҡытыусыларға ла рәхмәт әйтәм. Тап һеҙҙең иңдәргә төп бурыс – үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү эше – ята. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, уҡыу йылы әле һаман дауам иткән коронавирус пандемияһы шарттарында башлана. Шуға күрә сәләмәтлегеңде хәстәрләргә, санитар талаптарҙы үтәргә кәрәк.

Бынан һуң Радий Хәбиров белем биреү үҙәге менән танышты. Ул ил Президенты Владимир Путин май указдары менән раҫлаған “Демография” милли проекты буйынса төҙөлгән. Бында 640 урынлыҡ мәктәп менән 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы берләшкән. Объекттың дөйөм хаҡы 447 миллион һум булһа, шуның 146 миллионы – федераль бюджеттан.

Заманса уҡыу кластарынан тыш, яңы мәктәптә мобиль компьютер кластары, сит ил телдәрен өйрәнеү өсөн лингафон кабинеттары, лабораториялары булған химия һәм биология кабинеттары, 216 урынлыҡ ашхана, 110 урынлыҡ тамаша залы, спорт һәм гимнастика залдары, уҡыу залы һәм медиатекаһы булған китапхана, лекциялар һәм интерактив уҡыу залы, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым оҫтаханалар бар. Уларҙа столяр, слесарь, кулинар, тегенсе һәм башҡа һөнәрҙәргә өйрәнергә була. Шулай уҡ робот техникаһы лабораторияһы булған инженер-технология профилле, 3D-моделләү һәм прототиплау кабинеттары эшләнгән.

Мәктәп директоры Павел Деркач белдереүенсә, башланғыс кластар уҡыусыларының айырым сығып-инеү ишектәре бар. Коронавирус пандемияһы осоронда был уҡыусылар ағымын бүлеү мөмкинлеге бирә. Башланғыс кластар блогы заманса ҡорамалдар, балалар өсөн уйынсыҡтар, уҡыу һәм тәрбиә алыу әйберҙәре менән йыһазландырылған. Кәрәк булһа, балалар менән логопед шөғөлләнә.

Үҙәкте йыһазландырыу тураһында һөйләп, Павел Деркач: "Республика ҡорамалдар өсөн аҡса бүлде, ә нимә алырға кәрәклеген мәктәп үҙе хәл итте", – тине. Был, мәҫәлән, технология кабинетына заманса ЧПУ станоктары ҡуйыу, химия лабораторияһы һәм компьютер кластарын йыһазландырыу мөмкинлеге биргән.

Радий Хәбиров мәктәп ашханаһында булды, яңы аҙыҡ-түлек блогын ҡараны һәм персонал менән аралашты. Бында ризыҡ әҙерләү өсөн тауарҙы мөмкин булғанса республика етештереүселәренән алырға тырышалар. Республика етәксеһе белдереүенсә, мәктәп туҡланыуы сифатын күтәреү өсөн Башҡортостанда башланғыс класс уҡыусылары һәм ташламалы категорияға ҡараған балалар өсөн өҫтәмә аҡса бүлергә ҡарар иткәндәр. Был маҡсатта төбәк бюджетынан быйыл 13 миллион һум һәм киләһе йылда 35 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.

Шулай уҡ Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына быйыл үҙәктә “Юғарыға ос!” проекты сиктәрендә стоматология кабинеты ҡуйырға ҡушты.

Уҡытыусылар менән аралашып, Радий Фәрит улы уларға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың педагогтарҙың эш хаҡын күтереү буйынса йөкләмә ҡуйыуы тураһында әйтте. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, Башҡортостанда уҡытыусыларҙың эш хаҡы 2022 йылдан күтәреләсәк.

– Бында килгән саҡта Өфө районы биләмәһенең бик йылдам үҫешеүен күрҙем. Шәхси һәм күп фатирлы йорттар арта. Беҙҙең бурыс – бында социаль объекттар төҙөү. Һәм, әлбиттә, был мәктәп бында бик кәрәк ине, – тине Радий Хәбиров. – Белем биреү үҙәге миңә бик оҡшаны. Күренеүенсә, уны бик ҙур булмаған аҡсаға ла төҙөп була. Шуға күрә беҙ шундай ҡарар ҡабул иттек: бында ошондай тағы бер мәктәп буласаҡ. Уға ихтыяж бар. Был үҙәк 640 урынға иҫәпләнгән, ә бөгөн уҡырға 950 бала килгән. Шулай булғас, артабан төҙөйәсәкбеҙ.

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас