

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә ихаталар заманса төҫ ала, йәшәү өсөн уңайлыға әйләнә.
Дүртөйлө ҡалаһының Беренсе май урамындағы 13-сө йорт ихатаһы быға тиклем бер ниндәй талаптарға яуап бирмәгән иҫке конструкцияларҙан торған ҙур майҙансыҡ ине. Хәҙер уны танырлыҡ та түгел: яңы бәүелсәктәр, таусыҡтар, башҡа төрлө уйын урындары барлыҡҡа килгән. Ололар өсөн эскәмйәләр ҙә ҡуйылған. Уйын зонаһы хәүефһеҙ резина япма өҫтөндә урынлаштырылған. Шулай уҡ ихатаның автомобилдәр йөрөй торған урынына һәм тротуарҙарына асфальт түшәлгән, яңы контейнер майҙансығы эшләнгән.
“Башҡорт ихаталары” программаһы ярҙамында яңы төҫ алған ихата ошо көндәрҙә файҙаланыуға тапшырылды.
“1-се май урамының 13-сө йортонда йәшәүселәр өсөн йәй яҡшы тамамланды: ихаталары зауыҡ һәм йәм менән тулыланды. Бында ғүмер иткән һәр кемгә әүҙем, ойошҡан булғандары өсөн рәхмәт белдерәм, уларһыҙ бер нәмә лә эшләп булмаҫ ине”, - ти Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/145761
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте сайты.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан