

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ошо көндәрҙә Дүртөйлө районы хакимиәтендә муниципаль район хакимиәте башлығы Риф Йосопов уҙғарған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә кейем тегеү һәм ремонтлау буйынса инвестиция проекты ҡаралды.
Шәхси кейем тегеү һәм ремонтлау хеҙмәте һәр ваҡыт ихтыяж менән файҙалана. Гардероб атрибуттары мәңгелек түгел, йыш ҡына яңы әйберҙәр төрлө сәбәптәр арҡаһында зыянлана. Әлбиттә, яратҡан итәкте, джинсыны йәки куртканы ташлағы килмәй. Күп осраҡта кейемде үҙаллы яңыртып булмай. Йә кәрәкле материал, ҡорамал табылмай, йә оҫталыҡ етмәй. Бындай осраҡтарҙа тегеү оҫтаханалары ярҙамға килә.
“Мин күптән шундайыраҡ бизнес менән шөғөлләнергә уйлағайным. Әммә беҙҙең Мәскәү ауылында буш бина табып булманы. Бәхеткә күрә, урындағы хакимиәт башлығы яраҡлы бина табырға ярҙам итте. Машинка, фурнитура һатып алдыҡ, тик эште йәнләндереү өсөн был ғына етмәй”, - тине эш башлаған йүнсел һәм финанс ярҙамы һораны.
Кәңәшмәлә йүнселгә “Дүртөйлө районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау” муниципаль программаһы сиктәрендә ярҙам итеү мөмкинселеге ҡаралды.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте сайтынан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан