

Ауырғазы районының Иҫке Этекәй ауылы кешеһе йәш сағынан умартасылыҡ менән яратып шөғөлләнә. Әле ул был шөғөлөн киңәйтеп, эшҡыуарлыҡҡа тотонорға ниәт иткән. Район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә урындағы етәкселек ҡатнашлығында ошо хаҡта һөйләшеү ойошторолоп, үҙ эшеңде башлау нескәлектәре барланған.
Умартасы субсидия юллау буйынса конкурста ҡатнашыу, шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеү, эшмәкәрлек алып барыу, муниципаль программаға ярашлы күрһәтелгән финанс ярҙам төрҙәре тураһында ентекле мәғлүмәти ярҙам алыуға өлгәшкән.
Төбәк халҡының яңы бизнес идеяларын тормошҡа ашырыуға ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты ҙур мөмкинлектәр асты. Мәҫәлән, быйыл Ауырғазы районында ун аҙ тәьмин ителгән гражданға үҙ эшен асыуға адреслы социаль ярҙам күрһәтелгән. Район хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, был маҡсатлы эш киләсәктә лә дауам итәсәк.
Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/146583
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан