Милли проекттар
3 Сентябрь 2021, 08:30

Яңауыл эшҡыуары икмәк бешерергә йыйына

Йыл башынан Яңауыл районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәрендә 30 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты вәкиле ҡатнашҡан. 

Яңауыл эшҡыуары икмәк бешерергә йыйынаЯңауыл эшҡыуары икмәк бешерергә йыйына
Яңауыл эшҡыуары икмәк бешерергә йыйына

Яңауыл районы хакимиәтендә алдынғы ҡарашлы граждандар һәм эшҡыуарҙар ҡатнашлығында аҙна һайын ойошторолған осрашыуҙар төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бындай мөмкинлек ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы барлыҡҡа килде.

Район хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Үрге Сат ауылынан Вилдан Нурисламов ҡатнашҡан. Ул үҙенең тыуған төйәгендә эшкәртеү сәнәғәтенә тотонорға, аныҡлабыраҡ әйткәндә, бәләкәй икмәк бешереү цехы асырға ниәтләй.

Осрашыу барышында ҡатнашыусылар ауыл биләмәһендә әлеге бизнесты яйға һалыу өсөн уңайлы ер бүлеү, шулай уҡ электр, һыу селтәрҙәренә тоташыу, юл, интернет һуҙыу мөмкинлектәре тураһында һөйләште. Эшҡыуар үҙен ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға ла яуап ала алды.

“Һәр бер етештереү эшмәкәрлеге тейешле ер биләмәһе йәки бина табыуҙан башлана. Беҙгә тап ошоға бәйле һорауҙар менән эшҡыуарҙар йәки үҙ бизнесына тотонорға теләгән кешеләр йыш мөрәжәғәт итә. Мәсьәләне хәл итеү юлдарын бергәләп ҡарап, иң уңайлы мөмкинлектәрҙе тәҡдим итергә тырышабыҙ”, - ти Яңауыл районы буйынса бизнес-шәриф Фәйрүзә Ғәниева.

Йыл башынан Яңауыл районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәрендә 30 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты вәкиле ҡатнашҡан. Яңы эш башлаған һәм тәжрибәле эшҡыуарҙар үҙҙәренең башланғыстары, ҡыҙыҡлы ҡарарҙары менән уртаҡлаша, тыуған төйәгенең үҫешенә үҙ өлөшөн индерә.

Фото: Яңауыл районы хакимиәте.

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/146484 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас