

2-4 сентябрҙә Владивостокта “Көнсығыш иҡтисад форумы-2021” сараһы барышында “Сәнәғәт тауары экспортын үҫтереү һәм тышҡы баҙарға сыҡҡанда етештереүселәргә дәүләт ярҙамы саралары” темаһы буйынса Координация советы ултырышы үтте.
Унда Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновация министры Александр Шельдяев республикалағы “Тиҙ экспорт ярҙамы” тәжрибәһен федераль кимәлдә нығытып, бөтә төбәктәргә таратыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Был проект республиканың Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты, Экспортҡа ярҙам үҙәге тарафынан индерелгән.
"Пандемия эшҡыуарлыҡтың бөтә төрҙәренә лә ҡағылды, әммә нәҡ экспорт һатыу баҙарын киңәйтеү, көрсөктән сығыу өсөн йүнселдәргә яҡшы мөмкинлектәр асыуы мөмкин. “Тиҙ экспорт ярҙамы” белгестәре бар яҡлап өйрәнеп, предприятиеның үҫеш нөктәһен билдәләйәсәк, уларҙың тауары ихтыяж менән файҙаланылған сит ил баҙарҙарын асыҡлаясаҡ. Һәр эшҡыуар “Тиҙ экспорт ярҙамы”н саҡыра ала, беҙҙең белгестәр уға халыҡ-ара баҙарҙа булышлыҡ күрһәтһен өсөн", – тине Башҡортостандың тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
Күрһәтелгән федераль ярҙамдан тыш, республикала Экспортерҙарҙың асыҡ реестры булдырылған һәм “Тиҙ экспорт ярҙамы” проекты индерелгән. Аудит һөҙөмтәһендә Башҡортостан предприятиеларының 6300 самаһы исемлеккә тупланған, уларҙың 5500 тирәһе экспорт ҡеүәтенә эйә. Тышҡы баҙарға сығыу өсөн был предприятиелар менән айырым эш алып барыла, шул иҫәптән уҡытыу һәм кәңәш биреү буйынса. 2024 йылға әлеге исемлектә күрһәтелгән предприятиеларҙың ун процентының продукцияларын экспортҡа сығарыу планлаштырыла", – тине Александр Шельдяев.
Әлеге ваҡытҡа 152 компанияға (13 эре, 139 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына) консультация ярҙамы күрһәтелгән.
Алдынғы экспорт төркөмдәре муниципаль районға һәм ҡалаға сыҡҡанда урында консультация ярҙамы күрһәтеү маҡсатында предприятиеларға бара.
Ошо йәһәттән барлыҡ эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарын үтәүгә булышлыҡ итә.
Автор фотоһы.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан