Милли проекттар
5 Сентябрь 2021, 06:30

Эшҡыуарлыҡҡа ҙур ярҙам буласаҡ

Хәҙер инвестор 2022 йылдан 2025 йылға тиклем проектты бойомға ашырыуға киткән сығымдарҙың 20 процентын кире ҡайтара аласаҡ.

Эшҡыуарлыҡҡа ҙур ярҙам буласаҡЭшҡыуарлыҡҡа ҙур ярҙам буласаҡ
Эшҡыуарлыҡҡа ҙур ярҙам буласаҡ

Рәсәйҙә ауыл сәнәғәте объекттарын булдырыу йәки яңыртыу өсөн киткән сығымдарҙың өлөшөн ҡаплау маҡсатында дәүләт ярҙамы алыуға дәғүә итерлек инвестиция проекттарының исемлеге киңәйтелде. 2 сентябрҙә Рәсәй Хөкүмәтенең ошондай ҡарары көсөнә инде.

Хәҙер гибрид ҡошоноң инкубация йомортҡаһын етештереү һәм ит бирә торған төрөн үҫтереү өсөн икенсе рәт төҙөлөш һәм репродукторҙарҙы яңыртыу буйынса проекттар дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала.

Бындай булышлыҡ сараһы Башҡортостан өсөн киләсәкле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтеү, ҡошсолоҡ тармағына инвесторҙар йәлеп итерүгә йоғонто яһаясаҡ. Мәҫәлән, “Башҡорт бройлеры” Әлшәй районында ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашыра – “Гибрид бройлер йомортҡаһын етештереү буйынса икенсе рәт репродукторы төҙөлөшө”.

Ул йәш ҡоштар өсөн дүрт майҙан һәм һигеҙ етештереү майҙансығы тәҡдим итә. Уларҙың етештереүсәнлеге йылына 164–168 миллион йомортҡа тәшкил итәсәк. Проектты тормошҡа ашырыуға 6,63 миллиард һум аҡса һалыу ҡаралған. Хәҙер инвестор 2022 йылдан 2025 йылға тиклем проектты бойомға ашырыуға киткән сығымдарҙың 20 процентын кире ҡайтара аласаҡ.

Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектын бойомға ашырыуға ҙур этәргес бирә.

Автор фотоһы.    

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас